Ҡоролтай тауышы: уртаҡ маҡсат берләштерә

Республика көнө билдәләгән көндә Баймаҡта Урал аръяғы райондары башҡорттарының ҡор рәйестәре, ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәләкәй ҡоролтайға йыйылды. Уның эшендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова ҡатнашты.

Унда сығыш яһап, Рөстәм Сәлим улы Ҡоролтай тарафынан алып барылған эштәргә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны, Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында атҡарылған сараларға туҡталды. Башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә бәйле “түңәрәк өҫтәл”дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, кисәләр ойоштороу буйынса ҙур эш алып барыла. Был тәңгәлдә беҙҙең район башҡа төбәктәргә үрнәк булып тора.Темәстә генә лә “түңәрәк өҫтәл”, “Берҙәмлектә – көс” саралары ойошҡанлы үтте.

Ҡоролтай тарафынан Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән 2019 йылда күп саралар ойоштороу планға индерелгән. Әлбиттә, Башҡорт автономияһының нигеҙе булған Баймаҡ һәм республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы – Темәс тә бынан ситтә ҡалмаясаҡ.

Азат Ярмуллин үҙенең сығышында Ишембайҙа йыл да үткән Вәлиди уҡыуҙары кеүек Баймаҡта ла Хәбибулла Ғәбитов уҡыуҙары ойоштороу мөһимлеген күтәреп сыҡты.

Республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина  ойошма алып барған эштәргә туҡталды. Уның билдәләүенсә, декабрҙә Башҡортостан буйлап “Батырҙар юлы” акцияһы иғлан ителәсәк, республиканың 100 йыллығына ҡарата башҡа саралар ойоштороласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәт “Өләсәйҙәр” мәктәбен ойоштороу буйынса эш алып бара.

Республика кимәлендә иң әүҙем эш алып барған ойошма булараҡ, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтовтың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ул район ҡоролтайы алып барған эштәрҙе бәйән итеп, төбәктә ойошма тарафынан 6 проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне, туған телебеҙҙе һаҡлау йүнәлешендә алып барылған эштәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡор рәйесе башҡорт йәмғиәтендә үҙ телен, тарихын белмәгән быуындың үҫеп килеүенә ҙур борсолоу белдерҙе, был проблеманы бөтөн йәмәғәтселек менән хәл итергә саҡырҙы. Әйткәндәй, Рөстәм Баянов Баймаҡ ҡоролтайын  башҡа төбәктәргә үрнәк итеп ҡуйҙы.

Эльвира Байназарованың милләтебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау темаһына арналған сығышы һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуныһы үҙенсәлекле, был ойошма мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, уны талап итеү йүнәлешендә мөҡәддәс эш алып бара, халыҡ араһында аңлатыу эшен киң йәйелдерә. Комиссия туған телебеҙҙе уҡытыу мәсьәләһен даулап БР Мәғариф министрлығында ла, Өфө, республиканың ҡала-район мәктәптәрендә лә йыш була. Һөҙөмтәләр, әлбиттә, бар. “Быйылдан мәктәптәрҙә, инглиз теленән тыш, тағы ла икенсе  сит ил теле индерҙеләр, -тип билдәләне ул, -был мотлаҡ түгел, быны һәр ата-әсә белергә тейеш. Икенсе сит ил теленән баш тартыу өсөн ата-әсәгә мәктәптә ғариза яҙыу ҙа етә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белеп бөтмәйбеҙ, шуның өсөн ваҡытында талаптарыбыҙҙы кәрәк урынға еткерергә, дауларға кәрәк”.

Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин үҙенең телмәрендә ҡала һәм район мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыу торошона ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Илдус Әдиф улы әйтеүенсә, бөгөн беҙҙә туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү йүнәлешендә проблемалар юҡ, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Быйыл, мәҫәлән, лагерҙарҙа “Йәйләү” программаһы әүҙем эшләне; “Айыуҡай” балалар баҡсаһы  мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары өсөн махсус программа баҫтырҙы. Ҡоролтай башҡарма комитетының тел һәм мәғариф буйынса комиссия рәйесе Яңылбикә Мөхәмәтйәнова донъя һәм рус әҙәбиәтенә таянып башҡорт балалалары өсөн китапсыҡтар сығарҙы.

Ләкин шул уҡ ваҡытта, тип билдәләне мәғариф етәксеһе, туған телебеҙҙе, әҙәбиәтте өйрәнеү өсөн башҡортса дәреслектәрҙең булмауы ҙур хафаға һала. Бына ошо проблеманы республика, Рәсәй кимәлендә хәл итергә кәрәк.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың барыһын да уртаҡ маҡсат – милләтебеҙҙе, еребеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлау һям яҡлау, рухлы быуын тәрбиәләү, ошо тәңгәлдәге проблемаларҙы бергәләп хәл итеү – берләштерҙе. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк һәм был һөйләшеүҙәр үҙ маҡсатына ирешергә тейеш.

Азамат Мөхәмәтшин

 
По теме
По обращению жителей многоквартирного жилого дома №32 по бульвару Ибрагимова в г.
Сегодня в шахматном классе СОК «Чишмы»  для учителей физической культуры школ  и инструкторов физической культуры дошкольных образовательных организаций Центром тестирования ГТО был проведен семинар по вопросам внедрения
151 проверка строительного бизнеса была проведена в Республике Башкортостан при помощи цифровых инструментов с начала 2024 года Это  на 12% ниже показателей аналогичного периода прошлого года,
ТСЖ «Солнечный» не смогли оспорить приказ Госкомитета о внесении изменений в реестр лицензий в арбитраже Решением Арбитражного суда Республики Башкортостан от 15.02.
Операторы БПЛА из Башкирии имеют успехи в зоне СВО - Аургазинский вестник Беспилотниками управляли бойцы с позывными "Африка" и "Бургер". В зоне проведения специальной военной операции оператор БПЛА с позывным "Африка" из башкирского батальона, именуемого в честь Героя России Минигали Шаймуратова,
Аургазинский вестник
телеграм-канал министра спорта РБ Руслана Хабибова - Башинформ Фото:телеграм-канал министра спорта РБ Руслана Хабибова В Башкирии в 2024 году на ремонт и реконструкцию 11 спортивных объектов из республиканского бюджета будет выделено более 125 млн рублей.
Башинформ
В Сибае местный житель предстанет перед судом за убийство мужчины - Следственный комитет Сибайским межрайонным следственным отделом СУ СК России по Республике Башкортостан завершено расследование уголовного дела в отношении 68-летнего местного жителя по факту совершения им общественно-опасного деяния,
Следственный комитет
Расширенное заседание Президиума Совета руководителей представительств - Представительство РБ при Президенте РФ В Представительстве Ханты-Мансийского автономного округа Югры 28 марта 2024 года состоялось расширенное заседание Президиума Совета руководителей представительств субъектов Российской Федерации в городе Москве.
Представительство РБ при Президенте РФ
Совет по качеству - ГБУЗ РБ ГКБ №13 28 марта в ГБУЗ РБ ГКБ № 13 г. Уфа состоялся 34 Совет по качеству.  Понятие «качество» многогранно.
ГБУЗ РБ ГКБ №13
Конкурс чтецов выявил много одарённых студентов-медиков, влюблённых в поэзию. - Красное Знамя 21 марта в Нефтекамской городской больнице совместно с будущими коллегами из Нефтекамского филиала Бирского медико-фармацевтического колледжа прошёл праздник, посвящённый Всемирному дню поэзии.
Красное Знамя
В ФБУ «ЦСМ им. А.М. Муратшина в Республике Башкортостан» состоялось профсоюзное собрание - Центр стандартизации, метрологии и сертификации В ФБУ «ЦСМ им. А.М. Муратшина в Республике Башкортостан» подвели итоги выполнения в 2023 году социальных обязательств со стороны руководства и деятельности профсоюзной организации, членами которой являются 100 процентов сотрудников.
Центр стандартизации, метрологии и сертификации
Мелким бесом «Чичиков» внедрился в НМТ… - Вечерняя Уфа В Национальном Молодежном театре РБ имени Мустая Карима 5 апреля пройдет премьера спектакля «Брат Чичиков», в основу которого положено знаменитое произведение Николая Васильевича Гоголя «Мертвые души»,
Вечерняя Уфа