Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1988 йылдан алып 31 майҙы тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш көнөн билдәләй. Фәнни мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәмәке ғүмерҙе ун йылға ҡыҫҡарта. Һәр сигаретта йөрәк тибешен йышайтыусы һәм ҡан баҫымын күтәреүсе никотин бар. Никотин үпкәгә йәбешеп ҡала. Тәмәке составындағы 40 мең химик матдәнең күпселеге – ағыу. Уларҙың ҡырҡтан ашыуы яман шеш ауырыуын тыуҙыра. Һәр сигаретта булған 15-кә яҡын канцероген матдә көнөнә бер ҡап тәмәке тартыусының үпкәһенә йыл дауамында бер литр ыҫмала ултырта. Шунлыҡтан тәмәкегә ҡаршы бергәләп көрәшеү – көн талабы. Ул һәр ғаиләлә, һәр ойошмала, йәмғиәттә, йәштәр мөхитендә йәйелдерелергә тейеш.
Майҙың һуңғы көнөдә Дим биҫтәһенең бер нисә ерендә һау тормош хәрәкәте активистары үҙҙәренең эшен йәйелдерҙе. Улар иҫәбендә врачтар, шәфҡәт туташтары, волонтерҙар бар ине. Активистар үтеп барыусыларға листовкалар таратты, тәмәкеһен һәм асыҡ сигарет ҡабын ташларға батырсылыҡ итеүселәргә алмашҡа алмалар бүләк итте. Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, алмалар бик тиҙ арала таратылып бөтһә лә, был насар ғәҙәтен ташлай алмаусылар әлегә күп. Тәмәкегә ҡаршы бергәләп көрәшеүҙе дауам итәйек, яҡындарыбыҙҙы тартыуҙан арындырайыҡ!