Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа бюст һәм таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Тарихи сара 22 июлдә Палдиски ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Мемориаль таҡтаташ Салауат Юлаевтың ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Рогервик ҡәлғәһендә, хәҙерге Палдиски ҡалаһының мэрия бинаһында ҡуйылды. Бюст милли батырыбыҙ исемен йөрөткән скверҙа урынлаштырылды. Суйын бюстың ауырлығы – 214 кг, бейеклеге – метр.
Тантаналы сарала Палдиски мэры Тийт Пеэду, вице-мэр Елена Вилльманн, Рәсәй Федерацияһының Эстониялағы илсеһе Александр Петров, Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин һәм Эстониялағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты. Ғәли Вәлиуллин ҡаланың мэрына башҡорттарҙың милли батыры хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Белешмә өсөн: Палдиски ҡалаһында милли батырыбыҙға бюст быға тиклем дә ҡуйылғайны. Уның авторы - билдәле скульптур Тамара Нечаева. Бюсты яңыртыу маҡсатында Башҡортостан етәкселеге 2015 йылда ҡоростан һәйкәл ҡойорға, быйыл уны алып барып урынлаштырырға грант бүлде.