Рухи хазиналарыбыҙ йәшәһен!
"Умырзая" башҡорт йәкшәмбе мәктәбе быйыл Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплап сағыу фестиваль уҙғарҙы. Сарала 21 ҡала мәктәбе ҡатнашты. Байрамдың талабы буйынса һәр милләт уҡыусыһы үҙҙәренең ерлектәге риүәйәттәре менән сығыш яһаны. Башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең йыл һайын телде, мәҙәниәтте, рухты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралар үткәреүе традицияға әйләнде.
Был көндә "Новатор" йәштәр һәм үҫмерҙәр мәҙәниәт һарайы йәйғорҙо хәтерләткән төрлө милли кейемдәр кейгән уҡыусылар менән тулы ине.
Һәр ҡатнашыусы сертификат менән бүләкләнде, ә еңеүсе мәктәптәр теҙмәһенә килгәндә: 6-12 йәшлектәр араһында 1 урынды - Сыуаш йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыһы Михайлова Анна һәм 48-се башҡорт лицейынан Йосопова Даяна, 2 –се урынды – 102 –се башҡорт гимназияһының 2-се б класы уҡыусылары һәм 38-се мәктәптән Ижбулатова Мария, 3-сө урынды 65- се татар гимназияһының “Бөркөт” төркөмө яуланы.
13-18 йәшлектәр араһында: 1-се урынға Башҡорт йәкшәмбе мәктәбенән Мөхәмәтшина Эльвина, “Гөлдәр” бейеү ансамбле, 2-се урынға Әрмән йәкшәмбе мәктәбе һәм 98-се мәктәп, 3-сө урынға 83-сө инженер лицейы һәм 79-сы мәктәп лайыҡ булды .