«Пушкин, Тукай, Мостай Кәрим – улар классик әҙәбиәттең өс тағаны, өс титаны. Өс таған булған өс бөйөк талант бөгөн дә, киләсәктә лә беҙҙең менән. Пушкин, Тукай, Мостай Кәрим – донъя әҙәбиәтен байытҡан әҫәрҙәре менән мәңгелек»,- тигән һүҙҙәр менән башланып китте Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында өс таланттың ижадына арналған байрам.
Сарала һынлы сәнғәт менән әҙәбиәт үрелеп барҙы. «Пушкин, Туҡай, Кәрим» балалар һүрәттәре конкурсы проектына ошо көндә, 20 октябрҙә, йомғаҡ яһалды. Был конкурста төрлө йәштәге уҡыусылар ҡатнашты. Конкурсҡа ебәрелгән 156 һүрәттән 40 -ҡа яҡыны еңеүсе тип табылды. Байрам тантанаһы уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар тапшырыу менән тамамланды.
Байрамға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары Э.Р. Айытҡолова һәм Р.Ә. Үтәшеваның, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Б. Баязитовтың һәм Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙының килеүе ҙур мәртәбә өҫтәне.
Еще фотографии