19 октябрҙә« Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20- се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы»нда башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурыева Рузана Фәнил ҡыҙының «Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт теле дәрестәрендә рефлексия этабы» темаһына оҫталыҡ класы үтте. Ул Өфө ҡалаһының төрлө райондарынан килгән уҡытыусыларҙы ФДББ яңы стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт теле дәрестәрендәге рефлексия этабын үткәреү алымдары менән таныштырҙы. Рефлексия термины тураһында тулы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Рузана Фәнил ҡыҙы рефлексияның классификацияһын һәм уның төрҙәрен уҡытыусылар менән бергә асыҡланы. Дәрестең һуңғы этаптарының береһе булып торған рефлексия этабы бөгөнгө көндә бик актуаль икәненә, уны бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәреп булыуына инанып, үҙ тәжрибәләре, фек ерҙәре менән дә уртаҡлашып таралышты Өфө уҡытыусылары.Сираттағы оҫталыҡ класы 16 ноябрҙә үтәсәк.
Еще фотографии